Ҡала поликлиникаһына бар тип күптән көсләйҙәр ине.
Эштәгеләр. Әллә ниңә аяҡ тартманы шул яҡҡа, иҫәпкә бар, һанға юҡ тип үткәрәләрҙер медосмоторҙы, кеше, уның һаулығы кемгә хәжәт, аҡсаң булһа, ҡарайҙар, юҡ икән ят та үл тигән фекер башҡа ныҡ һеңгән. Ир кеше бит нисек, йығылып киткәнсе дауахана яғына боролоп та ҡарамай, сәнсә икән үтер, ауырта икән ебәрер тип тик йөрөй. Бер хеҙмәттәш кенә, улай тимә, минең бер сирҙе шул диспансеризацияла таптылар тигәс кенә барырға ҡарар иттем. Кем белә, әллә ниндәй сир йөкмәп йөрөйһөңдөр.
Бер барҙым, дүртенсе ҡат, унда кеше булмай ул, һәғәт тә үтерһең дә сығырһың тип, дәрт өҫтәп ебәргән инеләр. Барһам... Коридор тулы кеше. Үттең! Күпмелер ваҡыт тапанып торғас, ихтыяр бөттө, ҡайтып киттем. Икенсегә тағы барҙым, бәлки, бөгөн буштыр? Буш ти, тағы ла йыйылып, килгәндәр. Хәйерсегә ел ҡаршы, әллә мин килгәндә генә шулай. Поликлиника янына барғанда, әллә ҡайҙан уҡ күренә, нисәмә машина юлды ҡаплап ултыра, ә эсенә индеңме, энә төртөр урын юҡ – һәр кемдә бер ҡайғы –йәшәге килә.
Хужағыҙ нисәмә көн үтә алмай йөрөй, иртәгә килһен, - ошолай тип Гөлнурға хәбәр ташлағандар. Эштәр был яҡҡа киткәс, бармай булмай. Ниһайәт, бөгөн юл уңды (рәхмәт, ҡыҙҙар). 4-5 кенә кабинет үтергә икән, шәп. Һейҙегең дә кәрәкмәй тинеләр, быныһы ла яҡшы,юҡһа, банка күтәреп, поликлинканың ишеге алды буйлап йөрөргә әллә ни теләк юҡ.
Ҡулда бер ҡосаҡ ҡағыҙ. Һан яғына шәплек юҡ, теге ҡыҙҙан ҡат-ҡат һораным: быныһы ҡайһы кабинет, ҡайҙа ул, ә быныһы? Тәүҙә бынауһына барырғамы, аҙаҡ тегеһенәме, баш эшләмәй. Ә бер көндә өлгөрәмме? Аҙаҡ уйлап ҡуйҙым: бының күҙе лә йүнле күрмәй, аңы ла шәптән түгел тип, алдан уҡ, "һиңмай" тигән диагноз ҡуйып, сығарып ебәрә алалар ине лә баһа.
ЭКГ-һы тиҙ булды, йөрәк унда нимә эшләйҙер, аҙаҡ әйтәләр. Икенсе кабинетында тынды тикшерҙеләр (үпкәнең торошо ҡалай), буйҙы, ауырлыҡты үлсәнеләр (ҡуйсәле, йөҙ килоға етеп барам), майым күпме икәнен дә үлсәнеләр (уныһын нисек беләләр, баш етмәй). Үпкәгә флюорография, ҡанды алдылар. Ҡан бүлмәһенә ингәнсе үк башҡа ҡан һауа яҙҙы – бармаҡты тишмәй генә алһалар ярар ине. Әллә ниңә тап ошо процедура ҡурҡыта. Беләктән алдылар, уныһында ла ситкә ҡарап ултырҙым. Ауырта.
- Һаумы, Галя, һин дә сирләп киттеңме әллә?
Район хакимиәтендә эшләгән Галина Ноздренко тап булды. Ул яндағы кабинетка ымлай: бында килдеңме әллә? Венеролог. Юҡсы, Аллам һаҡлаһын. Аҡланғандай итеп, бына, диспансеризация үтеп йөрөйөм тим.
Ирҙәрҙе генә ҡарай торған кабинет та бар икән (уролог түгел). Бында ғүмерҙә булған юҡ. Сиратта торғандарҙан белешәм – нисек, нимә ҡарайҙар ул унда, ауырттырмайҙармы? Тегеләре лә минең хәлдә икән – беренсегә килдек, белмәйбеҙ. Табип йәш кенә егет икән, ғөмүмән, йәш врачтар күп кенә күренә, шатлыҡлы хәл был. Минең яҡҡа боролоп та ҡарамай, ҡағыҙын тултырыр ҙа ебәрер был егет тиһәм... Ныҡлап тотондо. Еренә еткереп ҡараны. Кәңәштәрен бирҙе. Күңелгә рәхәт булып китте, юғиһә, үткәнендә ҡолаҡты бер ҡаратам тип кенә килгәндә, никтыуҙым көнөнә төшөрөп ҡайтарған инеләр ошо поликлиникала.
Тарих әле тамам түгел. Анализдарҙың ҡалай икәнен белмәйем. Уныһын һуңыраҡ әйтәләр. Ә тышта – яҙ. Ҡояш, ҡоштар һайрай. Анализдарҙың һөҙөмтәһе яҡшы ғына булһын ине – йәшәүҙәрҙән кем туйған?