Һаулыҡ һаҡлау
5 Августа , 06:31

Иҫәнлек булһа, ҡалғаны ла була

Һаулыҡ поезы бөгөн Свобода ауылына барып етте.

Иҫәнлек булһа, ҡалғаны ла булаИҫәнлек булһа, ҡалғаны ла була
Иҫәнлек булһа, ҡалғаны ла була

Ситтән килгән табиптар юҡ шикелле (Керәүле-Илюшкинда Өфөнә дә бар инеләр), бәлки, уларҙың булмағаны яҡшылыр ҙа, берҙән Свобода тигәнгә өндәүен дөрөҫ ҡуймай, Ирек тип тәржемә итеп, бында үтә ныҡ бәйһеҙ кешеләр йәшәй икән тип уйларҙар ине. Икенсенән... Емереклек. Ҡайҙа ҡарама, емерек, йүнле ҡаралмаған йорттар, ҡый үләндәр баҫҡан ерҙәр. Ауылдарҙың бөтөп барыуы тураһында фильм төшөрөргә булһа, режиссер, сценаристарҙы ошонда ебәрергә кәрәк.

...Поезға килгән халыҡ апаруҡ ҡына, Свобода ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан ғына түгел, күрше Таймаҫтан да килгәндәр. Ермолайға йәки Күмертауға барһаң, врачҡа эләгеп булмай, тип аңлатты бындағылар. Йәки түләү һорай ҙа ултыралар.

Татьяна Исҡужина ла бында.

- Йырлап-бейеп ҡаршы алдығыҙмы әллә, - Таймаҫ ауылы ҡыҙы – артист, бейеүсе, шуға белештек, Керәүлелә табиптарҙы бәлеш тотоп, йырлап ҡаршы алғайнылар. Юҡ, бында улайтмағандар. Йыр ҡайғыһы юҡ, һаулыҡтарын хәстәрләп йөрөйҙәр. Свободаның элекке башлығы Сания Сәйетбатталованы күптән күргән юҡ ине, ул да килгән. Үткәндәр тураһында, бөгөнгөһө хаҡында ла бер аҙ гәпләштек, уртаҡ хәтирәләр күп кенә. Кемделер маҡтаған булдыҡ, кемделер әрләнек. Һөҙөмтәһен сығарып ҡуйҙыҡ – һаулығың булһа, ҡалғаны – пүстәк. Барыһын йырып, еңеп сығырға була, иҫәнлек, таҙалығың ғына булһын.

Һаулыҡ поезы Свобода ике көн буласаҡ, артабан ул Көйөргәҙе ауылында (7 август) һәм Шәбағышта (10,11 августа) эшләйәсәк.

Алдараҡ:  Табиптарҙың исемен белмәһәң ине

Автор:
Читайте нас