

Был табиптарҙың быйылғы булған һуңғы туҡталышы.
Шәбағышта поезд ике көн эшләйәсәк. Табиптарҙы нисек ҡаршы алдылар? Уларҙың ҡәҙере хәҙер алтынға бәрәбәр, Шәбағышта ла уларҙы йырлап-бейеп тәбрикләнеләр, артабан инде төп эшкә күстеләр: кемде ҡайһы ере ауырта, ҡайһы еренә зарлана, һәр бере кәрәкле табип янына үтте. Беҙ барғылағансы, йырлауҙар бөткәйне, әммә, шәбағыштарҙы үҙегеҙ беләһегеҙ, кеше йәнле халыҡ, Регина Басырова "беҙҙең матур итеп төшкән фотолар кәрәкһә, ебәрәм" тип тә тора. Әмәлгә ҡалғандай, Шәбағышта интернет тотмай (ҡыҙғаныс, ҡала янында ғына йәшәйҙәр, ә ана ниндәй ауырлыҡ кисерәләр), Регина быныһында ла ярҙам ҡулы һуҙҙы: вай-фай менән бүлешәм тине, рәхмәт төшкөрө.
Алдағы ғүмерҙәрҙә ауырымай-һыҙланмай, матур тәбиғәтле ауылда, матур тормошта йәшәргә яҙһын һеҙгә, шәбағыштар, бер-берегеҙ менән, вай-фай менән дә, уныһынан бигерәк, күңел йылыһы менән бүлешеп йәшәргә яҙһын һеҙгә.
Алдараҡ: Музыкотерапия