Все новости
Ауыл хужалығы
11 Мая , 09:14

Министрҙың теле шартлаған

Кисә уның беҙҙән күңеле булып ҡайтып киткән.

Министрҙың теле шартлаған
Министрҙың теле шартлаған

Йыбанмай, бар районды әйләнеп сыҡҡандар: «Мәләүез» фәнни берекмәһен, Искра, Киров, Мәзитовҡа ла һуғылғандар. Игенде һаҡлау, киптереү, таҙартыу ҡоролмаһы төҙөлөшөн иҫе китеп ҡарап торған Илшат Фәзрахманов.

- Бер юлы 40 мең тонна иген һаҡларға буламы ошонда?

- Эйе.

Чех малдарының хәлдәрен белешкәндәр, улар ғүмере буйы беҙҙә тыуып-үҫеп йәшәгән кеүек тоя үҙҙәрен, һөттәрен тәүлегенә 25 литр итеп бирә башлағандар. 900 гектарға рапс сәскәйнек, уныһы ужым рапсы, республикала тәүге тапҡыр бындай аҙымға барғаны бер беҙ икән. Быныһына ла телен шартлатҡан министр.  

Ауыл хужалығы хаҡында тулыра гәзиттә баҫыласаҡ.

Автор:
Читайте нас: