

Үҙе, йәш булыуына ҡарамаҫтан, күп эштәр башланғысында тора ул, эштәрҙең ағымдағы торошон һаҡлап ҡына ҡалмай, ә уларҙы камиллашыуға ла әүҙем ынтыла.
Орлоҡтарҙы, ашламаларҙы тотҡарлыҡтарһыҙ ташыу, оҙатыу, техникаларҙы яғыулыҡ-майлау материалдары менән тьәмин итеү, механизаторҙарҙы, эшселәрҙе яландарға ташыу, кире алып ҡайтыу, ремонт эштәре бригадаларын яландарға ебәреү, бригадаларға машиналарҙы бүлеү һәм башҡа төрлө бик күп эштәрҙе башҡарыу уның иңендә ята.
- Хужалығыбыҙҙа эштәр гөрләп бара. Былтыр МТМ-ға капиталь ремонт эштәре башҡарылды. Тәҙрәләре пластикка алмаштырылды, иҙәндәре лә яңыртылды, хәҙер рәхәтләнеп эшләргә генә ҡала. Быйыл гаражда матур итеп өмә үтте. Ремонт цехында ла ремонт бара: иҙәндәре йылытылды, стеналары буялды. Барыһы ла эшселәр өсөн, - ти Айһылыу Дамир ҡыҙы.