Бөтә яңылыҡтар
АУЫРТҠАН ЕР
8 Декабрь , 08:49

"Айыҡ ауыл" бөткәнсе мәктәп тә бөтмәйме?

Иҫке Морапталда егәрле халыҡ йәшәй.

"Айыҡ ауыл" бөткәнсе мәктәп тә бөтмәйме?
"Айыҡ ауыл" бөткәнсе мәктәп тә бөтмәйме?

Борондан шулай, ата-бабалары тырыш булған, әлеге быуын да шулай, киләсәге лә шулай булыр. Киләсәктәре булһа...
"Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнаша Иҫке Мораптал, тап улар был конкурсҡа, иҫләһәгеҙ, старт биргәйне, елле итеп, байрам яһағайнылар. Әле бына Ҡаҙ өмәһе үткәргәндәр.
Дәрт етерлек, дармандары ла тағы бер нисә ауылға етерелек, барыһы ла бар, бөтәһенә өлгөрәләр, тик... Мәктәптәре яҙмышы ҡыл өҫтөндә. "Айыҡ ауыл" конкурсы бөткәнсе уны япмай торорға кәрәк тип уйлаған властар, юғиһә, нисек була инде ул, беҙ шәп тә беҙ шәп тип конкурста ҡатнашалар, ә жюри былайтып һорағанда:
- Ауылда эсеп, аҙып-туҙып, урам буйлап, осраған береһенә бәйләнеп, һуғышып йөрөгәндәр бармы?
- Юҡ, беҙ - тәртипле ауыл.
- Мәсетегеҙ бармы?
- Бар, яңы ғына ишеген алмаштырҙыҡ.
- Мәктәбегеҙ ҙә матур икән, миллион һумдар түгеп, уға бик шәп ремонт та яһалған икән, мәслихәт, иптәштәр.
- Уныһы шулай, әммә был мәктәбебеҙ ябылды, - тиһәләр, Иҫке Морапталға бер ниндәй урын тәтемәүе ихтимал. Тимәк, әлегә мәктәп ябыла тип ҡурҡмайбыҙ, тынысланып торабыҙ, "Айыҡ ауыл" бөткәнсе.

Автор:
Читайте нас