Был мәсеттә элегерәге бер нисә тапҡыр булырға тура килгәйне, бик матур итеп һалынған, ыҡсым ғына изге йорт ул. Зәкиә таҙалыҡ тигәнде аңлата, бик матур исем, мәсеткә килгән һәр береһенең, мотлаҡ, күңеле таҙарыр, тип тә яҙған инек.
Күптән был ауылға юл төшкәне юҡ ине, рәхмәт төшкөрө, морапталдар үҙҙәре яңылыҡ яҙған. Хәбәрҙәре бик шәп - мәсеттәрендә өмә үткәргәндәр, ишеген яңыртҡандар.
Был хаҡта тулыраҡ - киләһе һанда.