Бөтә яңылыҡтар
АУЫРТҠАН ЕР
22 Ғинуар , 16:10

Металлоломға ғына тапшырып, ҡайтып китәһе!

Свобода ауылы биләмәһе янғын һүндереүселәре былтыр сентябрь айында ярышта еңеп (уйын эш түгел – республикала иң шәп ирекле пожар дружинаһы булдылар!), ҙур бүләк алғайнылар – «Урал» машинаһы. Бөгөн улар шундай хәлгә тарыған: көлһәң көл, илаһаң - ила. 

Металлоломға ғына тапшырып, ҡайтып китәһе!
Металлоломға ғына тапшырып, ҡайтып китәһе!

Бүләк булды, урын алдығыҙ тип, маҡтап, егеттәрҙе, ауыл башлығын күккә күтәрҙеләр, афариндар, булдыраһығыҙ, яңы машина ла бирһәләр, бәлки, Рәсәй кимәлендә лә беренсене алырһығыҙ! Машинаһы ғына ҡапылда булманы, һуңыраҡ булыр тинеләр. Ул мәле лә килеп етте. Шишмәнән барып алырға кәрәк икән уныһын. Ярар, бүләк аттың ауыҙын шаҡарып ҡарамайҙар, киттеләр. Бөгөн. Барһалар... «Урал» 1977 йылда тыуған, илле йәшенә етеп барған автомобиль икән. Ярар, төймә лә бүләк, ҡуҙғалып китте янғын һүндереүсе егеттәр. Яндарында ауыл башлығы, бер юлы, ҡоролтай рәйесе Фәнис Рахманғолов та бар. Инде Дим биҫтәһенә барып ҡына еткәйнеләр, «бүләк»тәре һүнде лә ҡуйҙы. Тегеләйтеп тә, былайтып та ҡарайҙар, юҡ, ҡыҙмай. Димдә эшләгән 6 отряд янғын һүндереүселәргә рәхмәт, зәғиф машинаны тарттырып, ситкәрәк алып ҡуйҙылар. Китте хәҙер беҙҙең алдынғы янғын һүндереүсе яҡташ егеттәр Дим буйлап, запчасть эҙләп... Юҡ уныһы бер ҡайҙа ла! Әле аптырашып, бүләк машинаға ҡарап торалар – әллә металлоломға ғына тапшырып, был бүләктән ҡотолоп, ҡайтаһы ла китәһе? Машина булманы был, башҡа бәлә булды, ярышта еңмәһәләр яҡшыраҡ булған икән...

Теманың дауамы гәзиттә буласаҡ.

Автор:
Читайте нас