АУЫРТҠАН ЕР
27 Июня , 03:41

Батырлыҡ

Миҙал-орден, төрлө наградалар күп хәҙер.

БатырлыҡБатырлыҡ
Батырлыҡ

Борон миҙалдар сылтырлатып килгәнде күрһәң, беләһең: был һуғыш ветераны, хөрмәтле кеше. Йәки Хеҙмәт геройы (алдынғы һауынсы, комбайнер, шахтер...). Хәҙер... Кем ҡайҙа ниндәй батырлыҡ күрһәткән икәнен дә белерлек түгел, кем осрамаһын, күкрәгендә – миҙал. Был наградаларҙы кем йыбанмай, шул сығара, сығара ла тарата башлай –ҡустым, белеп ал, был һәр береһенә эләкмәй, ғорур тағып йөрө. Ғорур тағыр инең дә, ҡарайһың, ошондай уҡ миҙалды һинән башҡа тағы ла унарлаған, егермеләгән кеше тағып йөрөй. Бәҫе китте миҙалдарҙың. Әле миндә, алдамай әйтәм, ете миҙал ята. Етәү! Минең ҡартатайҙың Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡанында был саҡлы миҙалы булмаған. Миндәгеләрҙең күбеһе ижтимағи ойошмаларҙан бирелгәне, береһе генә юғары дәүләт (миңә иң ҡәҙерлеһе булғаны) наградаһы. Бер көн, ҡыҙыҡ күреп, бөтәһен дә кәстүмгә таҡтым. Ғәләмәт, малай! Был көйө тышҡа сыҡһаң, Йомағужалағы (Күгәрсен районы) психоневрология диспансерына (унда ирҙәр ята) алып китәләр, валлаһи.

...Кисә батырлыҡ ҡылдым. Машинаға бензин һала алдым. Өс көн ҡараулап-ҡараулап та булдыра алмаған файҙаһыҙ эш ине. Төндә лә, таң һарыһында ла сығып әйләнелде, барыһы ла бушҡа булғайны. Ә кисә бакка яғыулыҡ, ә минең эскә йылы инде. Ҙур яуҙарҙа яуыз, көслө дошманды тар-мар итеп ҡайтҡан батыр кеүек тойҙом үҙемде.

Наградалар күп хәҙер. Булғанына өҫтәлеп, йыл һайын ниндәйҙер яңыһы сығып тора. 2026 йылдың июнь айы ваҡиғаларына бәйләп, мотлаҡ тағы береһен булдырырға кәрәк. Быныһын урамдарҙа, оялмай, ғорур тағып йөрөргә тулы хоҡуҡ буласаҡ. Әлеге батырлыҡты һәр кем ҡыла алмай.

Ошо уҡ темаға алдараҡ: Бензин эҙләйем тип бензиным бөттө

Автор:
Читайте нас