

Әле Яңы –Муса – Лена арауығындағы юлға ремонт эштәре дауам итә (былтыр сентябрь башында бөтөргә тейештәр ине), Нисек тә, мең бәлә менән булһа ла, атҡарып сығырҙар, тип ышанабыҙ. Ә Ленанан ары барып ҡарағынығыҙ бармы? Һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел – күрмәгән, йөрөмәгән белмәҫ, аңламаҫ.
Бөгөн район башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары һөйөнсөләне: юл төҙөүселәр эштәрен артабан да дауам итәсәк. Таймаҫҡа тиклем ҡырсын түшәләсәк.
- Ҡасан?
Киләһе йыл Ялсыҡайға тиклем, унан һуң – Таймаҫ. Ә Зәк-Ишмәт – Михайловка араһына быйыл уҡ ҡырсын түшәлә.
Был хаҡта тулыраҡ – киләһе һанда.