

Был ауылда, шаулап, яңы мәсет асылды. Бик күркәм күренеш булды – йөҙ йыл буйына бында аҙан тауышы яңғырамаған булған. Аҙан кәрәк, шул уҡ ваҡытта, йыр ҙа кәрәк кешегә. Әммә Түбәнге Бабаларҙағы клубты япҡандар.
...Беҙҙең гәзит гелән был клубтың эшмәкәрлеген яҡтыртып барҙы, юҡты бар итеп, клубты астылар, бына, концерт ҡуйҙылар, Ололар көнөн үткәрҙеләр, Яңы йылда ошо клубта зыҡ ҡуптылар, Үлемһеҙ полк сараһын елле итеп үткәреп ебәрҙеләр, хатта спектакль ҡуйҙылар. Һәм, бер мәл, утҡа бурысығыҙ күп тип (клуб электр менән йылытыла), мәҙәниәт йортон бикләгән дә ҡуйғандар.
Завклуб – Земфира апай – 0, 25 ставкаһына эшләп йөрөгән, уның ставкаһын Яҡшымбәт мәҙәниәт йортона биргәндәр, бик тә эшһеҙ тора алмаһаң, Яҡшымбәткә барып эшләп йөрө тип “иламһландырғандар”. Клуб янында балалар майҙансығы эшләй башлаған булғандар, уныһы ла әле туҡталып ҡалған – аҡса юҡ. Был клубты (ябылған мәктәп бинаһында урынлашҡан ул) элекке ауыл башлығы Юнир Сынбулатов, йүгергеләп йөрөп, астырғайны, клуб мөдиренә әлеге 0,25 ставкаһына да юллағайны, сәхнәһен яһап ҡуйҙылар, клубтың иҙәненә, БР Ҡоролтайы депутаты Фәнит Моратбаҡыев ярҙамы менән, фанера түшәнеләр (иҙәнегеҙ тигеҙ икән фанер йәйҙегеҙме әллә тип, бейергә генә ҡалғайны), ҡулдан килгәнсә, Земфира апай үҙ аҡсаһына тегенеһен-быныһын алды (стендтар, ҡорма), яугирҙәргә тип, селтәрҙәр ҙә үрә башланылар һәм, бер көн килеп, клуб ишегенә йоҙаҡ элделәр.
Райондың элекке башлығына (улар бер заман өсәү булып китте, икәүһе И.О.) әллә нисә рәт мөрәжәғәт итте халыҡ, яуап бер булды: һуғыш бара, аҡса юҡ. Районды ваҡытлыса етәкләгән бер етәксе: бик тә дәртегеҙгә сыҙамаһағыҙ, ана, Көйөргәҙе ауылы клубына йөрөгөҙ тип “ярҙам иткән” (күрше ауылға йәштәр, бәлки, барыр, ауылдағы ҡарт-ҡоро, таяҡтарына таянып, унда барып еткәнсе, уйын бөтә).
Материал тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.
Ошо уҡ темаға алдараҡ: "4-се клуб", Яңы клубта - Яңы йыл! Йәгеҙ әле, өләсәйҙәр!