

Ошо көндәрҙә ауылдаштар дәррәү өмәгә сығып, былтыр ППМИ программаһында еңеү яулап алған өр-яңы һыу башняһын эшләтеп ебәрҙе.
Был эштең осона сығырға уларға ауылдаш депутаттары Юлай Сәғитов ҙур ярҙам күрһәтте. Был эште атҡарып сығыр өсөн кәрәк булған техниканы алып ҡайтып, эшселәре менән бергә берәгәйле эшкә ҙур өлөш индерҙе.
Өмәгә сыҡҡан һәр кемгә, шулай уҡ депутатыбыҙ Юлай Рәфҡәт улына барлыҡ ауылдаштар исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын, гел шулай берҙәм һәм тырыш булып ҡалығыҙ. Алла бирһә, яңы башня еренә еткереп эшләр, Ялсыҡайҙар һыуһыҙ индермәҫ, тип ышанып ҡалабыҙ.
Алдараҡ: Егерь ҙә һуғышҡа юлланды