Был бәләне нисәмә йыл күтәрә торғас, эштәр алға китте ахры.
Беҙ теге саҡ, аптырағас,
Өфөгә шылтыраттыҡ (был юл УДХ-ға ҡарай). Улар беренсе тапҡыр ишетәбеҙ был турала тинеләр, эште яйға һалырбыҙ тип вәғәҙә бирҙеләр. Шәп кешеләр эшләй икән Юл хужалығы идаралығында - Көйөргәҙе ДРСУ-һына фарман биргәндәр. Экология яғынан да проблема булмаҫ тинеләр (ағасты ниңә ҡырҡтығыҙ тип бәйләнмәҫтәр). Әммә бер бәләһе, шулай ҙа, бар: ДРСУ-ның эшләргә кешеһе юҡ, булғанын арттыра алмайҙар. Шуға әле мөрәжәғәт итәләр: Таймаҫ халҡы, бәлки, үҙегеҙ сығырһығыҙ ағастарҙы киҫергә? Инструмент бирәбеҙ, аҡсаһын түләйбеҙ.
Әле генә был турала беҙгә хәбәр иттеләр, өндәшеп ҡарағыҙ әле, теләүселәр булмаҫмы икән?