Бөтә яңылыҡтар
БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
28 Ноябрь 2023, 08:56

Почтальон өшөмәҫ

Яңы Таймаҫтағы почта бүлексәһенең хәле тураһында нисә тапҡыр яҙҙыҡ икән?

Почтальон өшөмәҫ
Почтальон өшөмәҫ

Күп, хәтерҙә ҡалмаған. Ауыл почтаһы бер кем дә йәшәмәгән ике ҡатлы дөйөм ятаҡ бинаһында ултыра. Йылыһы юҡ, төҫ-ҡиәфәте ҡот осҡос (беҙҙә фотолары ла, видеоһы ла булды). Былтыр Мәләүездәге начальниктарына, Л. Веселоваға шылтыраттыҡ, быйыл йәнә ҡабатланыҡ - берәй әмәлен күрегеҙ. Ниһайәт, почтальонды ла, почтаға килгән халыҡты ла йәлләп, бүлексәне клубҡа күсерергә булғандар. Фотолағы бына был бүлмәгә. Ул мәҙәниәт йортоноң беренсе ҡатында урынлашҡан. Почта әле күсмәгән, тиҙҙән күсер тип уйлайбыҙ, был юлы барыһы ла һүҙҙә генә ҡалмаҫ.  

Автор:
Читайте нас: