Теге көн, Нурия Хәлилованың юбилейын үткәреп йөрөгәндә, Нурия апай менән Фәйез абзыйға ошо теләкте әйткәйнеләр: ғүмерҙәр алда, дәртле сағығыҙ, балағыҙ булыр әле.
Кисә иртә таңдан фото ебәрҙеләр, әллә, ысынлап та, мөғжизә булған - бәпес тапҡандармы? Бик тиҙ ҙә баһа... Иртәнге баш йүнле фекерләй алмай, аңҡы-тиңке, ҡапыл ғына аңлай алмай ятабыҙ.
Шаярмай ғына әйткәндә, мөғжизәләр гел булып торһон, ғүмерҙә тормошҡа ашмаҫ тигән хыялдарыбыҙ ҙа ысынбарлыҡҡа әүерелһен ине. Мөғжизә булырына ышанып йәшәйек, шулай еңелерәк.