Теге саҡ Яҡут ауылының һәр мөйөш-һәйешен камера күҙәтә тип яҙғайныҡ.
Рәүеф Әбйәлилов, үҙе ҡырҙа йөрөһә лә, бөтәһен белеп-күреп тора тигәйнек. Камераһы уның һарайын да күҙәтә ине. Яңыраҡ ошо камера һөйөнөслө хәбәрҙе еткерҙе: Красивая быҙаулаған. Һәүкәштең дә, бәләкәстең дә хәлдәре һәйбәт, быҙау балаҡай имсәккә йәбешкән дә инде.
Һыуәйҙә был донъяға, яңы йән эйәһе, төклө тояғың менән!