Все новости
БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
5 Апреля , 15:07

Сик аша үтеү

Былтыр беҙҙең гәзиттә «Яҡшымбәттәге алыш» исемле мәҡәлә баҫылғайны. 

Сик аша үтеү
Сик аша үтеү

Йөкмәткеһе яҡынса былай:
28 августың йылы төнөндә Яҡшымбәткә машиналар килеп төшә. Салонда ултырған егеттәрҙең йөҙө асыулы, бар маҡсаттары – үс алыу. Эш шунда, ауылдағы төнгө дискотекала күрше ауылы егете туҡмала, нәфрәт менән тулышҡан егет, Ермолаеволағы таныштарына өндәшә, шулай-шулай, берәүҙең кәрәген бирергә кәрәк. Йәш саҡ – ҡан ҡыҙыу саҡ, береһен дә артыҡ көсләргә талап ителмәй, бер төркөм йәштәр юлға сығып та китә. Бандиттар тураһында кино ҡараған булғандарҙыр, биттәрен балаклава менән ҡаплайҙар, ҡулда – пистолет. Үс ала торған кешенең ҡайҙа йәшәгәнен белмәгәс (Яҡшымбәт – ҙур ауыл), урамда күҙгә эләккән бер кешене тоталар ҙа машинаға ултырталар: күрһәт беҙгә кәрәкле йортто. Ни гонаһтары өсөндөр яңғылыш был хәлгә тарыған егеттең аяғына ике тапҡыр аталар. Эҙләгән йорттарын тапҡас, биттәре ҡаплы егеттәр өйгә инә, үс алыр кешеһен алып сыға, уны багажникка тыға ла ҡырға алып китәләр. Бисара егетте артабан нимә эшләтергә уйлағандарҙыр ауылбаҫарҙар, һәр хәлдә аҙағы бик яҡшы бөтмәҫ ине, әммә, бәхеткә, китеп барған мәлдәрендә уларҙы полиция тота.
...Үткән аҙнала Күмертау район-ара суды был ҡырағай эште ҡараны. Һөҙөмтә ошолай: иң ҙур срокты Вадим исемле егеткә бирәләр — 8 йыл, Игорь менән Никитаға 6-ар йыл, Владислав — 5,5, Марат — 5, 5, Марсель — 5, 3, Илвир — 5 йылға хөкөм ителде.
Йәш саҡта кем һуғышмай ҙа кем талашмай. Яраша белеү, эште олоға ебәрмәү, кенә ҡыумай, ниндәй мәсьәләне лә һалҡын ҡан менән ирҙәрсә хәл итеү, сик аша үтмәү- бына ошо сифаттарың булмаһа, яҙмышың юлыңдың бөтөнләй, үҙең дә уйламаған насар яҡҡа боролоп китеүе ихтимал.

Мәҡәлә Күмертау район-ара суд материалына таянып яҙылды. 

Автор:
Читайте нас: