Все новости
БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
16 Апреля , 10:55

Невероятное появление осьминога в Куюргазе вызвало шок у рыбака из Башкирии

Был хәбәрҙе кем генә беҙҙән алып яҙманы икән? 

Невероятное появление осьминога в Куюргазе вызвало шок у рыбака из Башкирии
Невероятное появление осьминога в Куюргазе вызвало шок у рыбака из Башкирии

Бер-береһенә ебәрештеләр: ысынмы ул? Хатта ҡалталар үҙҙәре лә бер-беренән төпсөштө: кит, булмаҫтайҙы! Әлбиттә, интернетта ҡытый-мытыйҙы ғына эҙләп ултырғандарға етә ҡалды, ысын булһа, хәтәр бит!

Беҙгә был яңылыҡты Ҡалта ауылынан ебәрҙеләр, артабан, дәлил эҙләп, өҫтәмә фото-видеолар һораныҡ, тағын тотһаҡ, ебәрербеҙ тинеләр (йылға тулғанмы әллә был януар менән?), әлегә башҡа яуап юҡ. 

Бына Сибай яҡтары ла күреп ҡалған һәм ошолай тип, беҙ яҙғанды тулыһынса руссаға ауҙарып, яҙып ҡуйған.

- Этой весной Новокалтаево в Куюргазинском районе столкнулось с самым мощным наводнением. Однако, настоящим сюрпризом стало обнаружение осьминога в этих водах мужчинами во время рыбалки. Этот необычный инцидент вызвал много вопросов и удивления у местных жителей. Говорят, что сейчас они даже не знают, как правильно приготовить и съесть подобное существо.

Обсуждаем свежие новости в комментариях ставим если пост понравился.

Көтәбеҙ, был тарихтың, бәлки, дауамы булыр. Һигеҙаяҡтар бик күп үрсеп китһә, кем белә, бәлки, уны ҡалталар, Ырымбур трассаһына сығарып, һата ла башларҙар. Ауыл кешеһе өсөн кәсеп, бизнес-шериф, башҡа урынбаҫарҙарға барып, фотоға төшөп, эш күрһәтер өсөн яңы сәбәп тә булыр ине. Туристарҙы нисек йәлеп итергә тип баш ватабыҙ, улары килеп тулыр ине, янда ғына Яҡут күле, етмәһә. Бер һигеҙаяҡ бөтөн районды аяҡҡа баҫтырыр ҙа ҡуйыр ине, китер инек байып, теләйҙәрме-юҡмы, юлдарҙы ла тигеҙләрҙәр ине. Сит илдән килһәләр, юғиһә, ныҡ оят булыр. 

Автор:
Читайте нас: