Все новости

Юҡҡамы икән?

Теге саҡта әллә юҡҡа туҡтаттылармы икән?

Юҡҡамы икән?
Юҡҡамы икән?
Март уртаһында уҡ эшкә тотонған инеләр ҙә баһа, ауыр йөклө ҡырсын ташыған машиналар асфальттың кәрәген бирә тип, ҡурҡып, оло ғауға сығарып, был эште туҡтатҡайнылар. Уңарсы аҙмы-күпме ҡырсынды ташып, юлдың бер яҡ ситенә түгеп өлгөрҙөләр. Әле, ана, ята. Һаман ҡуҙғатҡандары юҡ. Былай, әллә ҡайҙан күренеп, күҙҙе ҡыҙҙырып ятһа, уны ташый башлауҙары ла мөмкин. Беҙҙең халыҡ ул яҡҡа аптырап тормай торған.
Марттан бирле (әгәр туҡтатмаһалар), бәлки, эште теүәлләп тә ҡуйған булырҙар ине? Ленаға тиклем, ә бәлки, Ялсыҡайға тиклем үк, һикермәй, болғанмай, рәхәтләнеп кенә ҡайтып етеп булыр ине?
Теманың дауамы гәзиттә буласаҡ. 
Автор:
Читайте нас: