Все новости

Көсһөҙлөктән асыу килә...

"Юшатыр"ҙың 31 майҙа сыҡҡан һанында "Хужалар уйланһын ине" материалын уҡығас, асыу ҡабарып китте.

Көсһөҙлөктән асыу килә...
Көсһөҙлөктән асыу килә...

Ысынлап та, бынау ваҡытта ниндәй Һабантуй ул? Минең дә күптән был уй күңелемде ҡыра ине. Һуғыш бара, ә ҡайһы берҙәрҙең уйҙарында һаман уйын-көлкө... Яҡуптан да яу ҡырында 8 кеше йөрөй, яңыраҡ тағын берәү китте. Ул тыумышы менән беҙҙең ауыл егете, ә ҡалала йәшәй. Бына шул егеттәрҙең ата-әсәләре Һабантуй көтөп ултырамы һуң? Аҡса туҙҙырып был байрамды үткәреү нимәгә кәрәк? 3-4 йылға бер үткәрелһә еткән. Һәр бер тинде һуғыштағы егеттәребеҙгә ебәрһәк, аҙ булһа ла уларға ярҙам булыр ине. Был минең шәхси фекерем. Көсһөҙлөктән асыу килә... Үҙем атайһыҙ үҫтем, шуға ла тормоштоң ҡәҙерен беләм. Ул һуғышҡа китеп, бер ай үткәс мин донъяға килгәнмен, ҡыҙғанысҡа атайым әйләнеп ҡайтманы. 15 йәш тә юҡ ине мин эшкә сыҡҡанда, тракторға ултырттылар. Ул һүнһә, ҡыҙҙыра алмай яфаланыуҙар. Хәҙер механизаторҙар юҡ, эшләргә кеше теләмәй ҙә. 70-се йылдарҙа беҙҙең фермала 2300 баш эре мал бар ине...

Ҡобанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ, Яҡуп ауылы 

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫыла. 

Автор:
Читайте нас: