Теге саҡ Молоканға юлында бер машина ҡаза күргән тип яҙҙыҡ.
ГАИ килде, автомобилде, юлды ҡараны. Ҡағыҙҙар тултырҙы. Автомобиль хужаһы: бөтәһенә лә юл ғәйепле, күрмәйһегеҙме, ниндәй таштар һалғандар тип, әлбиттә, юлсыларҙы яуапҡа тарттырыуҙы һораны. Хатта талап итте. Әммә... ГАИ егеттәре яуабы - барыһы ла тәртиптә, юл нормаль хәлдә. Эре таштарҙы күрһәгеҙ, машинағыҙҙы туҡтатып, таштарҙы ситкә бәрегеҙ тип кенә әйтмәгәндәр.
...Полицияға теләһә кемде, белемһеҙҙе алмаҫтар, бәлки, беҙ үҙебеҙ наҙаныраҡ халыҡтыр, күбеһен аңламайбыҙ, закондарҙы белмәйбеҙҙер? Формаль яҡтан ҡарағанда, беҙҙең юлдар бик шәптер, бәлки, хатта идеалдыр.