Бөтә яңылыҡтар
10
БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
20 Ғинуар , 11:42

Үтеп барыусының өҫтөнә ауып китһә

Аллам һаҡлаһын, кем ғәйепле була?

Үтеп барыусының өҫтөнә ауып китһә
Үтеп барыусының өҫтөнә ауып китһә

Ҡорбанғәли Сөләймәнов, Яҡуп ауылы:
- Яҡуп ауылындағы һыу башняһы 54 йыл тора инде. Был башняның тарихын, нисек ҡуйылыуы барыһы ла хәтеремдә. Уны Хәмит Ғәбитов бырауланы. Ҡуйғандарын да беләм, ремонтлауҙа ла һәр ваҡыт ҡатнаштым. Әле ошо башнянан һыу ағып торғанын күреп йән әсей. Аптыратты был хәл беҙҙе, ә ауыл биләмәһенең бер ере лә ҡыбырламай ҙа. Бындай бошмаҫлыҡҡа һәйкәл ҡуйырға була бит. Йәмәғәт, ремонтҡа аҡса йәлләп башняһыҙ ҡалабыҙ бит. Мин үҙем ауылда 11 йыл староста булдым, бындай хәлгә юл ҡуймай торғайныҡ. Хәҙер оят, һыу ағамы аға... Әҙерәк булһа ла ҡыбырларға кәрәк бит! Ярҙам һорай белер кәрәк, бының өсөн береһе лә ауыҙыңа һуҡмай. Ярҙам итәләр ул, барыһы ла туң йөрәкле түгелдәр бит. Туңған боҙон бысҡы менән бысып төшөрөүе бер ни ҙә түгел. Бының өсөн күтәргес кәрәк. Мин уны Зинур Исхаҡовтан һорай торғайным, һәр ваҡыт та ярҙам итте. Оло йөрәкле кешегә рәхмәт. Һорағандан тел төшөп ҡалмай!
Ҡартайып өлгөрҙөм шул, был мәсхәрәгә юл ҡуймаҫ инем, күптән эшләтеп ҡуйҙыртыр инем. Ҡурҡыныс хәл. Бәлки, аҫты серектер. Үтеп барыусының өҫтөнә ауып китһә, Аллам һаҡлаһын, кем ғәйепле була?

Ауыл башлығының яуабы гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: