Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
10 Января , 08:47

Яҡупта байҙар йәшәй

В. Кирюшин оптимист кеше, иптәштәр, барыһы ла үҙебеҙҙән тора, тигән кеүек резюме яһап ҡуйҙы

Яҡупта байҙар йәшәй
Яҡупта байҙар йәшәй

«Ярлы тигәнде лә төрлөсә аңларға була. Мәҫәлән, элек кемдең вилсәпите бар, шул бай һанала ине. Хәҙер һәр кемдең вилсәпите бар», - тип фәлсәфә итте рәйес. Валерий Иванович яңыраҡ ҡына Чубайс әйткән фекерҙе лә ҡабатланы: беҙ бөтөнләй экономиялай белмәйбеҙ. Англияла душ инеү өсөн 15 минут ваҡыт бирелә, йыуған ереңде йыуып, ҡырған ереңде ҡырып өлгөрҙөңмө-юҡмы, не волнует, һыу туҡтай. Инглиз халҡы бит-ҡулды йыуғанда ла беҙҙең һымаҡ итеп шаптырҙатып һыу ағыҙып, йырҙар йырлап һуҙылып йыуынмай – раз раз йыуынды ла, һыуҙы тәләфләмәй генә эшен бөтөрҙө. (инглиздарҙың нисек йыуынғанын барып ҡарап торҙомо икән?) Электр уты менән дә шулай. Бәҙрәфкә кергәндә лә, мәҫәлән, нимәгә ул һиңә свит? Мин иҫәпләнем, һәр нәмәмде үлсәп, экономиялап бер айҙа йөҙ һумдан артыҡ аҡсамды янда ҡалдырғанмын, - тип тамамланы урындағы Чубайс. Бындай ҙа эшлекле тәҡдимгә ҡаршы килеүсе булманы, ярлыларҙың күп булыуында төп ғәйеп үҙебеҙҙә икән тигән кеүек булып ҡалды.

2019 йылда яҙылған мәҡәлә был. Унда илдәге, шул иҫәптән, Көйөргәҙе районындағы ярлыларҙы бөтөрөү хаҡында (2024 йылға план) һүҙ бара ине. Ярлылар бөттөмө, һис юғы, кәменеме? Ҡайҙа нисектер, Яҡуп ауылында байҙар ғына йәшәй. Һыуҙары инде нисәмә йыл шаптырҙап аға ғына. Ниңә уны экономияларға - байҙар байҙарса йәшәй, һыу ҙа, ут та уларҙа йәһәннәм.
Теманың дауамы гәзиттә буласаҡ. 
Автор:
Читайте нас: