Бәхеткә, был өйҙә йәшәүсе ҡатын һәм балалар иҫән ҡалды. Был турала «Юшатыр» бер нисә ҡат яҙҙы, Еникеевтар ғаиләһенә ярҙам итмәгәне ҡалманы, хатта Р. Хәбиров та ҡушылғайны. Бөгөн бер кешене айырып, уға шәхсән рәхмәт әйттеләр. Ғаилә хеҙмәте етәксеһе Наталья Савенкова район башлығы урынбаҫары Урал Ибраһимовҡа, бөтәһе алдында уға Рәхмәт хаты тапшырҙы. Бәләгә тарыған ғаиләгә ныҡ ярҙам итте, - тине Наталья Ивановна, тиҙ генә нимә мөһим, шуға тотондо, яңы йортҡа аҡсаны ла ике көндә ебәртә алды.
...Рәсми рәхмәт ишетеүе рәхәт, әммә, беҙҙеңсә, иң ҙур рәхмәт уға Молокан ауылы яғынан килгәндер – балаларҙан. Ҡысҡырып, килештереп әйтә алмаһалар ҙа, улар Урал ағаларына, башҡа ярҙам иткән барыһына күңелдәренән мотлаҡ рәхмәттәр уҡығандарҙыр.