Заманы шулайыраҡ: конкурс-фәлән үткәрәм тиһәң, ҡатнашыусыны табыуы ауыр. Халыҡ кәмейме, сәбәбе башҡаламы (мәҫәлән, дәрт һүнә) - әлеге "Көйөргәҙе һылыуы - 2025" конкурсына ла һылыуҡайҙарҙы табыуы ҡыйынлашты. Әле бер нисә сибәр бар барлыҡҡа, әммә улары ла аҙ. Бер юлы "Көйөргәҙе батыры" конкурсы ла үтергә тейеш ине, егеттәр бөтөнләй юҡ, баҡтиһәң. Конкурс тураһында мәғлүмәт һәм уны үткәреү сроктары ла бигерәк ҡыҫынҡы булды, быныһы а үҙ ролен үтәгәндер.
Әммә, бер нимәгә ҡарамаҫтан, был матурлыҡ байрамы буласаҡ. Ҡыҙҙар күбәйер, егеттәр ҙә табылыр (бер нисә ауылдан ҡатнашырға теләк белдергән батырҙар бар тинеләр беҙгә) һәм был сара 14 мартта гөрләп үтер (ваҡыты ошо көнгә күсерелгән).