"Һылыуҡай" менән "Көйөргәҙе батыры" бәйгеһе, йола буйынса, бергә үткәреләсәк. Был конкурста ҡатаншыу шарттары бик ябай: һиңә 16-23 йәш булырға тейеш (артыҡ та түгел, кәм дә түгел), туған телдә яҡшы аралаша белергә тейешһең һәм, әлбиттә, бик матур булыуың мотлаҡ (йөҙ, фигура).
18 февралгә тиклем егет-ҡыҙҙарҙан заявкалар ҡабул ителәсәк, ә конкурс үҙе 28 февралдә буласаҡ.