Көйөргәҙе муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына 4 кандидат дәғүә итә ине. Александров Александр Владимирович, Сокол спорт мәктәбе директоры, Иҙрисов Тимур Нәсибулла улы, район хакимиәте башлығы урынбаҫары, Зыятдинов Шамил Камил улы, район хакимиәтенең мәғлүмәт бүлеге начальнигы, Тереғолова Лира Рафаил ҡыҙы, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Өфөләге иләктән һуң, улар өсәү ҡалды. Зыятдинов Шамил Камил улы кандидаттар исемлегенән алып ташланды.
Тиҙҙән, тимәк, өс кеше район Советы депутаттары ҡарамағына сығарыласаҡ: өсәүҙең береһен башлыҡ итеп һайлағыҙ.