Уйламаған уй, күҙ алдына килтермәгән күренеш ҡалманы - Керәүле-Илюшкин ауылы фельдшеры, һыуға батҡандай, ғәйеп булды. Әллә нисә көн юҡ, уны эҙләмәгән кеше ҡалманы, полиция, ирекмәндәр, туғандар. Бына бөгөн генә шатлыҡлы хәбәр килде: табылған!
Ҡайҙа йөрөгән? Имеш, башҡа эшкә күскән тинеләр. Ауыл башлығы видеокамеранан ҡараныҡ, таң менән такси саҡыртҡан, таксист, мин уны Күмертауға, автовокзалға алып барып ташланым, артабан Өфөгә китте ахры ул тигән.
Сәйер тарих, төбөнә тиклем төшөп етеп булмай, иң мөһиме: егет иҫән.