Беҙ был ауылға Яңы йылдан һуң автобус йөрөй башлай тип яҙған инек. Бик мәслихәт буласаҡ был эш, ҡалталар көнэлгәре үк шатлана башланы. Һәм талап ҡуйҙы: автобус район үҙәгенә иртәнге 8-гә үк килеп етһен! Беҙгә балнисҡа өлгөрөргә кәрәк.
Ғөмүмән, автобустар менән Көйөргәҙе районында ҙур бәлә, әле Свобода яҡтарына йөрөмәй (маршрут булһа ла), юл насар ти ҙә ҡуя икән водитель. Әллә нисә йыл әйтелгән бик матур тәҡдимде йәнә ҡабатлайбыҙ:
- Башавтотранс егеттәренә ышанып, өмөтләнеп ултырғансы, урындан водитель табығыҙ (был район хакимиәте тәҡдиме). «Д» категориялы булһын. Әгәр ҙә был категорияһы юҡ икән, Башавтотранс үҙе лә уҡытып сығарырға риза (уларҙың водителдәр менән бәлә – эшләр кеше юҡ). Ҡаланан ҡасан килеп етә был тип көтөп ултырғансы, күршеңдә генә йәшәгән водитель менән эш итеүе рәхәт буласаҡ. Эш хаҡы ла арыу тиҙәр. Ҡыҫҡаһы, ауыл ирҙәренә (65 йәшкә тиклем) уйланырға урын бар. Мәктәптәрҙе лә ябалар, тимәк, уҡыусыларҙы йөрөткән водителдәр ҙә эшһеҙ ҡала, бәлки, ошо мәктәп автобусын йөрөтөп, ҡыҫҡартыуға эләккән егеттәр тәҡдимде ҡабул итер.