Беҙ бит, бөтөн ҡала-район, инде нисәмә көн һинең яҙмышың менән йәшәнек, Олег. Кемдеңдер хәбәрһеҙ юғалыуы һәр саҡ ҙур бәлә, ә инде бала тураһында һүҙ барғанда, бындай хәбәр йөрәге булған һәр кемде битараф ҡалдырмай.
О. Журавлев Ермолаево коррекцион мәктәп-интернатында тәрбиәләнә. Бала, үҫмер саҡта барыһы ла ҡыҙыу ҡанлы, алабарман, бөтәһенә лә еңел-елпе ҡараусан була, был юлы ла шулайыраҡ килеп сыҡҡандыр тип фараз ҡылабыҙ (бар һин, инеп ҡара балаларҙың күңеленә, аҙашырһың). Әллә нисә көндә лә табылмағас, башҡа хәүефле уйҙар ҙа килә башлағайны... Әммә, бәхеткә, ул табылған. Мәләүездә булған.
Был тарих шулай тамамланды. Барыһы ла беҙҙең һәр саҡ шулай булһын ине - әкиәттәгесә, бәхетле.