...Бөгөн район хакимиәтенә ингәс тә ҡайһы бер ағай-эненең, беҙгә ҡарап, ауыҙ йырғаны күҙгә салынды. Берәй ерҙән берәй нәмәбеҙ сосрап торамы әллә? Баҡһаң, кисәге янғын һүндерә торған «Урал» машинаһы тураһында уҡығандар ҙа, беҙҙе күргәс, иҫтәренә төшөрөп, йылмаялар икән.
- Әл дә һеҙ яҙҙығыҙ, юҡһа, белмәй ултыра инек, шунда уҡ башлыҡҡа әйттек, әллә ҡайҙарҙа, алыҫтарҙа, ҡыш селләһендә тороп ҡалған пожарник егеттәргә ярҙам итергә ашыҡтыҡ.
Шәп булған, ысынлап та, Дим биҫтәһе буйлап, республикала беренсе урын алған атаҡлы пожарник егеттәребеҙ: "Дим буйҙары һары сәскә", - тип йырлап йөрөмәйҙер, иртәнән бирле бүләк менән яфаланалар, ярҙам итергә кәрәк. Иткәндәр. Беҙҙекеләр түгел, Шишмә районы янғын һүндереүселәре (бүләкте улар бирҙе, рәхмәт төшкөрҙәре, бирмәһәләр яҡшыраҡ булған), кәрәк запчасты тапҡандар. Инде, Өфө тирәһенән китеп, ҡайтырға күп тә ҡалмағас, тиҙҙән 50 йәшлек юбилейын билдәләргә йыйынған «Урал» тағы туҡтаған. Был юлы Салауат ҡалаһы янында....
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә биреләсәк.