

Йомағужа ауылы Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы мөхтәсибәте конкурс иғлан иткән «Иң иманлы ауыл» конкурсында ҡатнаша һәм еңеү өсөн бар тырышлыҡтарыбыҙҙы ла һаласаҡбыҙ. Ошо көндәрҙә Йомағужа мәхәллә кешеләре һәм ауыл халҡы иман йортобоҙ биләмәһендә тәртип урынлаштырҙы. Рухи үҙәгебеҙҙең сафлығына һәм матурлығына өлөш индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт!
Имам хатибыбыҙ Ғәзиз хәҙрәт Әмировҡа ярҙам һәм йылы һүҙҙәре өсөн айырым рәхмәт! Аллаһы Тәғәлә беҙҙең тырышлыҡтарыбыҙҙы ҡабул итһен.
Минзәлә ШӘМСЕТДИНОВА, Йомағужа ауылы
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Был конкурста еңеүселәрҙе 100 мең һум аҡса көтә, спонсорлыҡ ярҙамын Мәмбәтҡол уҙамандары Минияр һәм Дамир Хәйбуллиндар күрһәтә.