

Свобода ауылы биләмәһе янғын һүндереүселәре былтыр сентябрь айында ярышта еңеп (уйын эш түгел – республикала иң шәп ирекле пожар дружинаһы булдылар!), ҙур бүләк алғайнылар – «Урал» машинаһы. Был хаҡта беҙ ентекле яҙҙыҡ, көлһәң, көл, илаһаң - ила.
1977 йылғы был ғибрәтте көс-хәл менән алып ҡайтып ултырҡайнылар, двигателе бөтөнләй эшлектән сыҡҡан, уныһын ҡайҙандыр, б/у булһа ла, табып, һатып алып ҡуйырға тип дәртләнделәр. ГАИ-ға алып барып, теркәргә лә кәрәк был ҡартласты. Кисә ҡалаға һөйрәтеп алып килгәндәр. Килһәләр... ГАИ малайҙары бының рама номерын таба алмай икән. Двигателдеке лә күренмәй, сүкәйеп тә, туңҡайып та эҙләгәндәр – юҡ, әллә юйылып бөткән. Былай булғас, теркәүгә ҡуя алмайбыҙ, тигән погонлылар. Әле ул Күмертау ГАИ-һы янында, Магнит тапҡырында ултыра. Барып ҡараныҡ. Тимер тиһәң дә, йәне бар кеүек был машинаның, әҙәмдәрҙән бигерәк, үҙе нығыраҡ арығанға, йәшәүҙәрҙән туйғанға оҡшаған:
- Былайтып яфалағансы, үлтерегеҙ ҙә ҡуйығыҙ мине, егеттәр, йөрәгем дә, бауырым да эшкинмәй, быуындар һыҙлай, бәүелем дә тотмай – эвтаназия ҡулланығыҙ, йәшәрен йәшәнем, ашарын ашаным, яҡты донъяларҙан китһәм дә үкенерлеге юҡ.