Түкәндәр бейер хәҙер

Был ауылдағы клубтың хәлдәре бигерәк хөрт ине.

Түкәндәр бейер хәҙерТүкәндәр бейер хәҙер
Түкәндәр бейер хәҙер

"Юшатыр"ға ғына әллә нисә тапҡыр яҙҙылар: йәки клуб һыуыҡ, йәки ул бөтөнләй бикле. Йә завклуб юҡ, уныһы булһа ла, клубтың торошо насар. 

Быйыл түкәндәр ППМИ программаһында ҡатнашты (ошо берҙән-бер мәҙәниәт усаҡтарына ремонт кәрәк). Һәм еңде! Барлыҡ эштәр, смета хаҡы - 1,3 миллион һум. Билдәле, был сумманың бөтәһендә бирмәйҙәр, бер нисә йәҙ меңен халыҡ үҙе йыйырға тейеш. Ҡалай булһа ла, Түкән ауылы быйылғы көҙгө, ҡышҡы байрамдарҙы клубтарында үткәрер тип ышанабыҙ (бында, әйткәндәй, газ инмәгән, йылытҡыс пушка тотоналар, уныһы йәнә бер айырым проблема).

Клуб булыр ҙа, завклуб менән нимә эшләрҙәр? Был бәлә лә күптән хәл ителгән. Клубҡа бик сибәр ханым эшкә килгән - Анастасия Алексеевна Дмитриенко.

Автор:
Читайте нас