Сәбәбе иҫке: клубтары эшләмәй. "Юшатыр" был хаҡта бер нисә тапҡыр яҙғаны булды, әммә яҡшыға өмөт юҡ. Бөтөн ерҙә бөтөн нәмәне япҡанда, кем һиңә Түкән клубын ҡайғырып ятһын? Ололар көнө ярар, һайлауҙар етһә, халыҡ депутатты ҡайҙа һайлар? Урам буйында, түмәр өҫтөндәме?
Роман Дәминов киткәне бирле клуб эшләмәй тигәйнек, бына ошо күңелһеҙ хәлгә бәйле уның да исемен хәтергә алдыҡ. Һәйбәт егет ине. Рома былтыр уҡ һуғышта хәбәрһеҙ юғалғайны, суд быйыл йәй егетебеҙ һәләк булған тигән ҡарар сығарҙы...