Ғибрәткә һәйкәл

Күмертауҙа туристар өсөн барып ҡарар, сәскәләр һалыр өсөн тағы ла бер иҫтәлекле урын барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Ғибрәткә һәйкәлҒибрәткә һәйкәл
Ғибрәткә һәйкәл

Ҡалала, ысынында, һәйкәлдәр күп. Ситтән килгәнгә, Аллаға шөкөр, күрһәтер нәмәләребеҙ бар. Туризмды үҫтерәйек, икенсе региондарҙан, хатта сит илдәрҙән кешеләрҙе үҙебеҙгә йәлеп итәйек (Беляев замнанында хатта юл күрһәткестәре инглиз телендә лә яҙылып ҡуйылды, тора-бара, кем белә, Англия, АҠШ, Һиндостан, Австралиянан да килә башларҙар, туристик һалым тигәнде лә уйлап таптылар – Күмертауға килдең, ҡунаҡханаға урынлаштың, һалымыңды, йәлләмәй, түлә, беҙгә лә йәшәргә кәрәк), аҡса булыр, ә аҡса булһа, юлдар ҙа, бәлки, яҡшыраҡ булыр.

Күмертауҙа, барыһына өҫтәлеп, тағы бер һәйкәл барлыҡҡа килергә тора. Һәр һәйкәлдең исеме була, шул һуғышға арналғаны, был ғәсҡәргә бағышланғаны... Бөткән АТП янында боронғо автомобиль тора - ГАЗ-АА. Был машинаға иптәш булып, тағы ла бер автомобилгә һәйкәл асырбыҙ, моғайын, тиҙҙән. Таҫмалар киҫеп, сәскәләр һалып, туш уйнатып. Өфөнән дә ҡунаҡтар килер, пожарник түрәләрҙе лә мотлаҡ саҡырырға кәрәк булыр. Уларға дан йырлау ҙа баһа был! Улар булмаһа, был һәйкәл дә булмаҫ ине. Исемен нисек атарбыҙ? Ғибрәткә һәйкәл тип. Күрше-тирә район-ҡалаларҙан килгән янғын һүндереүселәр һәйкәл янында, баштарын эйеп, һүҙһеҙ генә торор һәм бер нәмәне аңлар – пожарник чиновниктары ниндәй ҙә булһа ярыш үткәрһә, ҡатнашмаҫҡа кәрәк, көсләп ҡатнаштырһалар инде, юрамал насар ярышырға, башҡаларҙан артта ҡалырға кәрәк – беренсе урынды алмаҫ өсөн. Юғиһә, бүләккә бына ошондай машинаны биреп ҡайтарыуҙары бар.  

Автор:
Читайте нас