Цивилизацияны көткәндә
Ялсыҡайҙар Ҡыҙыл тауы буйына йыйылышып күптән көткән мәлдәрен күҙәтә.
Ялсыҡайҙар Ҡыҙыл тауы буйына йыйылышып күптән көткән мәлдәрен күҙәтә.
Тиҙҙән уларҙа кәрәҙле телефон тота башлаясаҡ.
Күпме көттө улар был мәлде. Тиҙҙән улар ҙа телефонға ҡарап донъя яңылыҡтарын белеп, заман менән бергә атлай башлаясаҡ.
Был ауылдан ҡасан үтһәң дә урамда кеше осратыр инең, балалар тау шыуһынмы, сәкән һуҡһынмы, туп типһенме, ололар ҙа уларҙан ҡалышмай урам буйлай ине.
Ошо көндәрҙә ялсыҡайҙарға үтеп инәсәк замана технологияһы был матур күренеште юҡҡа сығарырмы, быныһын күҙ күрер, әлегә олоһо ла, кесеһе лә тау буйында, цивилизацияның килеп еткәнен көтә.