

Ошо ауылдар был ара аша үтә ине. Яфа аша үтә инеләр - Молоканға етмәҫ борон юлдағы был араны нисә йыл ремонтлай алмай йонсонолар икән? Ә нисәмә машина был юлда ватылды, йә тәҙрәһен ватты, йә тәгәрмәсен тиште, йә, аҫты тейеп, двигателенән май аҡты... Бер заман, түҙемлектең сигенә еткәс, Молокан егеттәре юлда быуҙы - алама ҡырсын түшәйһегеҙ, быны эшләргә бирмәйбеҙ тип. Эш олоға китә яҙҙы, ярар, малайҙарҙы ултыртып ҡуйманылар, заманы шундай.
Тиҙҙән был этлек күргән мәлдәрҙе көлөп кенә һөйләргә ҡалыр - әлеге әйткән юл араһына асфальт түшәй башланылар.
Был хаҡта тулыраҡ - киләһе һанда.