

Йәштәр уты янған был бағана төбөндә, теге ҡапҡа алдында йыйыла, шаулашалар, музыка яңғыраталар... Ололарҙы аңлап була, байтаҡ ғүмер юлын үтеп, һаулыҡтары ҡаҡшаған, уларға тыныслыҡ кәрәк, көслө тауышты ҡабул итмәй. Тик... Үҙегеҙ йәш саҡта ниндәй булдығыҙ? Йәшлегегеҙ шулай уҡ тиле булманымы?
...Йәш саҡ - ғүмерҙә бер генә килә лә тиҙ генә үтеп китә торған осор. Ҡан ҡыҙыу, дәрт ташып бара, тыныс ҡына бер мөйөштә ултырып үткәреп булмай уны. Элек аулаҡ өйҙәрҙә йыйылғанда, бәлки, ауылдарҙа әлегеләй үк тауыш та булмағандыр. Шулай ҙа, урам буйлап гармун тартып йөрөгәндәрҙер. Һуғышып та киткәндәрҙер – йәш кеше айыҡ аҡыл менән фекер йөрөтмәй, һин күҙ атып йөрөгән ҡыҙға кемдер ауыҙын һонһа, түҙеп тороп буламы ни?
Һәр йәшлектең үҙ ҡыҙығы. Гармун-баян онотолдо (“аулаҡ өйлө һәм гармунлы йәшлегемде һағынам”), магнитофон тигәне лә әрхәрәй заманында ҡалды, ә бит ҡасандыр был техника һирәк кенә кешелә ине, уға тиклем йәштәрҙең ҡулында транзистор, йорттарҙа - патефон булған. Хәҙер уйлаһаң, көлкө килә. Мотоцикл тигәне лә иң бай егеттәрҙә генә. Күрше ауылға ярлы-ябаға егетте ултыртып алып барһа, алып бара, юҡ икән – юҡ. Бик тә күрше ауыл ҡыҙын ҡосорға барғың килеп, теләгең ташып барһа, ана, тау башында йөрөгән атты тот та, бауҙан йүгән әпмәләп кейҙер ҙә, сап.
Туҡаһынсы йылдарҙы насар йылдар тип әйтергә күнеккәнбеҙ. Әммә йәшлектәр тап ошо ваҡытҡа тура килгән ир-ҡатындарҙан һорағыҙ, улар был болалы осорҙо насар тип әйтмәҫ. Кейергә кейеме юҡ (анауы, ласина тигән ойоҡто әле күрһәң, сәстәр үрә тора: нисек итеп быны кейеп йөрөнөләр икән? Ғибрәт бит), ҡыҙҙарға улай-былай бүләк алам тиһәң, аҡсаһы юҡ (ҡайҙа ул мәлдәрҙә кемделер кафеға йә кинотеатрға алып барыу, бар булған күңел асыу урыны ауыл клубы ла, урам буйҙары, кемдеңдер ҡапҡа алды – кемдең эскәмәйһе арыу, киң һәм янындағы бағанаһында уты бар).
Төнө буйына мотоциклдар ҙа гөрөлдәп йөрөнө, әлегеләй ҡытай матайҙары юҡ, әлбиттә, үҙебеҙҙекеләр –Минск, Восход, ИЖ, Урал, һирәктәрендә генә (вәт, йәшәгәндәр) Ява, Чезет. Әйтергә кәрәк, ул саҡта авария-ғәләмәттәр ҙә бик булманы, эйе, һөрлөгөп барып ятҡан ваҡыттар булды, әммә үлем осраҡтары хәтерҙә түгел. Хәҙер бит, нимә ишетәм тиһәң, шуны ишетәһең, ата-әсәһе малайына матай алып биргән, тегеһе бәрелгән, осҡан, үлгән... Бының сәбәбе нимәләлер, баш етмәй.
Ҡыҫҡаһы, йәшлек тыныс, тауышһыҙ булмай. Был проблема төбөндә (йоҡо бирмәйҙәр) ололар менән йәштәр араһындағы мәңгелек проблема ята. Береһе икенсеһен, икенсеһе беренсеһен аңламай.
...Бер нисә йылдан (күп ҡалманы) беҙ ҙә баш аҫтындағы мендәрҙе бер тегеләй, бер былай әйләндереп, мең төрлө уйҙарға сумып, йоҡлай алмай, урамдағы йәш-елкенсәкте әрләп ятырбыҙ: тына белмәй, суҡынғандар, полицияға әйтергә кәрәк.
Ошо уҡ темаға алдараҡ: Төн йоҡоларымды урламағыҙ, йәштәр