БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
23 Октября , 09:31

Был һинең ир түгел

Иртән райондың бер ауылында енси теләген ҡандырам тип янған ир тураһында яңылыҡты ҡуйғас, шулай һорау бирҙеләр – был минең ир түгелме?

Добавить в предпочтительные источники Google
Был һинең ир түгелБыл һинең ир түгел
Был һинең ир түгел

Ҡатын заты (хәйер, ирҙәр ҙә шулайҙыр) енси мөнәсәбәткә үтә иғтибарлы була, һайт тигәнгә тайт тип кенә тора (З. Фрейд хаҡлы булған), йәғни, улай-былай, ошо темаға бәйле, насар хәбәр сыҡтымы, геройҙың исеме билдәле булмаһа, был минекелер, моғайын, тип фараз итә башлай.

Юҡ, һинеке түгел тип әйткәнгә ҡолаҡ һалыу юҡ, улайһа, ниндәй ауылдан ул тип, йәнде алып бара. Ауылын да белмәйбеҙ. (Ауылын яҙып ҡара, шунда уҡ, өйберенсә тикшереп, ҡыбырлай алған һәр ир затын тикшереп сығасаҡтар). Әммә шуны беләбеҙ: был һинеке түгел. Үтә ныҡ дәртле, ғәйәр ир булһа ла, һинеке тоғро, һул яҡҡа ҡарап бармай, башы-тояғы менән эшкә, балаларға бирелгән. Сит ҡатын хаҡында түгел, эш менән булып, арып, үҙенеке хаҡында ла уйларға онота.  Ерле юҡҡа хыялығыҙҙа төрлө картиналар төшөрөп, уны төрлө төҫтәргә буяп, фантазияғыҙҙы теҙгенләй алмай, бирләнеп ултырмағыҙ. Ирегеҙҙең телефонын да тикшереп кәмһетмәгеҙ - был кемгә яҙҙы, ҡайҙарға керҙе, ниндәй фотоларҙы һаҡланы, кемгә лайк ҡуйҙы, кемгә аҡса күсерҙе икән, күсергәне тап ана шул 12 800 һум түгелме икән (фәхишәгә күсергән өсөн өҫтәмә процент алмайҙыр ҙа банк, ә?) тип уның да, үҙегеҙҙең дә нервыларығыҙҙы ҡаҡшатмағыҙ.

Һорау ошо яңылыҡҡа бәйле ине: Ҡатын-ҡыҙҙы ныҡ көҫәгән

Автор:
Читайте нас