Донъяның ҡоролошо шулайыраҡ - кемдең һабантуйына ниндәй юғары түрә килгән, тимәк,
уның һабантуйы шәберәк булған. Райондың элекке башлығы Ә. Ҡотлоәхмәтов, мәҫәлән, Бабай беҙҙең һабантуйға ике тапҡыр килде тип һөйләргә ярата - Үҙе килгән икән, тимәк, беҙгә ҡарата ихтирамы ҙур булған.
Кисә әллә нисәмә районда һабантуйҙар үтте (фотола Ейәнсура, унда беҙҙең ҡала-район кешеләре лә булды), беҙҙә 15-дә генә була. Әле бар иғтибар-көс ошо көнгә йүнәлтелгән. Кем килә? Ҡоролтай депутаты Ф. Моратбаҡыев буласаҡ (ул кисә Ейәнсурала ла булды), Өфө тарафтарынан йәнә бер түрә килә, беҙҙең яҡташ, Юрий Мельников - БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары. Ошоноң менән бөттө. Ҡалғандары былай ғына ҡунаҡтар - Күмертау башлығы, мәҫәлән.
Байрамдан репортаж шул көндә булыр.