4 көндән дә аҙыраҡ. Һабантуй яланы ошо сама ваҡыттан кешеләр тауышы менән тулыр, йырҙар яңғырар, шашлыҡ еҫтәре аңҡыр.
Ә әлегә егеттәр бында ҡуна ятып тигәндәй эшләй. Барыһын әҙерләп өлгөртөргә кәрәк, спорт майҙансыҡтары, һатыу рәттәре, сәхнә тирәһе...
Яндарында саҡ ҡына торҙоҡ, ҡыуып тигәндәй ебәрҙеләр - эштең ҡыҙыу мәле, мөһим осор, йөрөмәгеҙ ваҡытты алып. Бар район беҙгә ҡарап тора.
Ялан көтә, беҙ ҙә көтәбеҙ, күп ҡалманы.