Беренсегә түгел бындай аҙымға барыуыбыҙ, был сара халыҡта һәр саҡ апаруҡ бәхәс тыуҙыра. Әле лә шулай. Тауыш биреүҙә ҡатнашҡан һәммәһе лә бынамын тигән ҡыҙҙар
("Юшатыр" ҡарашынса), һәр береһе маҡтауға лайыҡ тип уйлайбыҙ. Шулай ҙа Фәлән Фәсмәтәнова кем ул, уны береһе лә белмәй, бер эш ҡыйратҡаны ла юҡ тип ризаһыҙлыҡ белдергәне лә булды. Биғәйбә, һәр кемдең үҙ фекере, үҙ уйы - кәртә юҡ. Был тауыш биреүҙе үтә ныҡ етди ҡабул итмәгеҙ, власть органы түгелбеҙ, пенсия аҡсаһын арттыра торған йә булмаһа, тағы ла ниндәйҙер льгота бирә торған наградабыҙ юҡ.
"Мине ошо исемлеккә керетеп, юғары баһалауығыҙ өсөн рәхмәт, бер ниндәй урын алмаһам да ризамын" - ошонадй һүҙҙәрҙе ишетеү беҙҙең өсөн дә маҡтау һымаҡ яңғыраны.
- Ҡасан туҡтатаһығыҙ, нервы бөттө - быныһы кисәге шылтыратыу.
Туҡтатабыҙ. 3 мартта.
Ә әлегә фотолағы өс һылыу беренсе өслөктә бара.