Теге саҡ Татарстандан килгән артистар Яңы Мораптал мәҙәниәт йортон күреп, ошолай тип һоҡланғайны.
Йорт, сәхнә, һүҙ юҡ, бик матур, биҙәлеше күҙҙең яуын алып тора. Әммә сәхнәне барыбер артист биҙәй, буш сәхнә үҙе генә тамашасыны ғәжәпкә ҡалдыра алмай. Ә морапталдарҙың һәр бере торғаны менән артист (белеме булғаны ла, булмағаны ла). Кисә, бик елле итеп, 8 март байрамына арнап, концерт ойошторғандар - матур сәхнә, матур кешеләр – ауылдаштарҙың, бигерәк тә, ҡатын-ҡыҙҙың күңеле булған.