Байрамдар
31 Май 2025, 15:07

Шәмдәр һүнмәһен

Ауылға күренеп торған урында, ҡалҡыулыҡта, ағастарға төрөнөп Таймаҫ урта мәктәбе ултыра.

Шәмдәр һүнмәһенШәмдәр һүнмәһен
Шәмдәр һүнмәһен

Яҙ көнө мәктәп йәшеллеккә күмелә: алма, ҡарағат, груша, сейәләр сәскә ата. Тирә-яғы бигерәк күркәм шул. Ә балаларҙың тауыштары ошо тәбиғәт матурлығына тағы ла йәм өҫтәй.
Тарих биттәренә күҙ һалайыҡ әле. 1923 йылда урындағы коммунист Мәҡсүтов Шәмсеүәр тырышлығы менән Таймаҫ ауылында Көйөргәҙе районында тәүге белем усаҡтарының береһе булып башланғыс мәктәп асыла. БашЦИК ағзаһы Сәләхетдин Исмәғилевтың тырышлығы арҡаһында 1932 йылда башланғыс мәктәп ете йыллыҡ була, колхоз йәштәре мәктәбе, ә 1938 йылда ул урта мәктәп итеп үҙгәртелә. Тәүге сығарылыш 1940-1941 уҡыу йылына тура килә. Ул саҡта Таймаҫ урта мәктәбен тамамлаған 9 кеше өлгөргәнлек аттестаты ала. Шулар араһынан Сәбилә Абдуллина, Исмәғил Юлаев, Рәүеф Усманов, Зәйнәп Яматова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әбделхәй Хөсәйенов, Мөнирә Рәхимовалар үҙҙәренең ғүмерҙәрен уҡытыусы һөнәренә арнай.
Мәктәптең тәүге директоры итеп Тәкәев тигән ағай ҡуйыла. Һуғыш осоронда һәм унан һуңғы йылдарҙа директор вазифаһын Тереғолов, Байгилдин, Фәйезов, Ҡотошов, Бикбаева, Шәмсебаров, Камалетдинов, Кинйәғоловтар башҡара.
1952-1960 йылдарҙа мәктәпте буласаҡ Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рафиҡ Сыртланов етәкләй. Уның иҫтәлектәренән: «Таймаҫ - оло юлдарҙан ситтә, бер төпкөлдә урынлашҡан боронғо башҡорт ауылы. Ошо цивилизацияның гөрләп сәскә атҡан дәүерендә лә ҡыш булдымы ауыл ҡар, көрт аҫтында ҡала. Иллә мәгәр, был төбәктә ифрат аҡыллы, эшһөйәр, ҡунаҡсыл, талантлы кешеләр йәшәй. Мин был ауылда һуғыштан һуңғы ауыр осорҙа ¬1952-1960-сы йылдарҙа уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләнем. Һәйбәт коллективҡа дусар булдым, үҙ эштәрен еренә еткереп, һөйөп башҡарған Әминә Хәмиҙуллина, Мәҙинә Сыртланова, Мәйсәрә Исмәғилева, Ғамир Ибраһимов, Миңнеғужа Айытбаев, Хәҙисә Солтангәрәева, башланғыс синыф уҡытыусылары Сәғирә Ҡобағошова, Сәбилә Абдуллина. Мөнирә Рәхимова, өлкән пионервожатый Фәхри Байғазин иптәштәр менән эшләүе үҙе бер ҡыуаныс, шатлыҡ ине. Мәктәп насар ғына, утын менән йылытылған, кәрәсин лампалары менән яҡтырылған бүлмәләрҙән торҙо. Ләкин балалар белемгә ифрат һыуһағайнылар...

Ләйсән БАЙҒОТЛИНА, Р.Солтангәрәев исемендәге гимназияның уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас