Байрамдар
25 Августа 2025, 11:28

Беҙ шәп халыҡ бит!

Йырсы Рөстәм Ғәлиев теге саҡ шулай тигәйне.

Беҙ шәп халыҡ бит!Беҙ шәп халыҡ бит!
Беҙ шәп халыҡ бит!

Яңы Морапталда Ғәйшә инәйҙе 100 йәше менән ҡотларға тип барғанда, Рөстәм дә килгән, морапталдарға әллә ни түгелдер, үҙ малайҙары, беҙ генә, данлыҡлы йырсыны күргәс, бер аҙ аптырап киттек: Һин дә килдеңме ни?
- Беҙ - берҙәм халыҡ бит, күршенең байрамы - беҙҙең дә байрам, - тигәйне Р. Ғәлиев шул саҡ. Һәм йырлағайны (видеоһы беҙҙә булды):
 - Һәр көндө керәһең төшөмә...
Түҙмәй, янда ултырған Урал Ибраһимовтың бөйөрөнә төртәм: иң яратҡан йырым да был, тыңлағанда, ниңәлер илағы килә...
Ситкә киттем. Морапталдар Рәсәй Флагы, Армия мәҙәниәте көндәрен бик шәп үткәргән. Әле шулай тип хәбәр иттеләр. Ниңә шәп? Улар  -берҙәм халыҡ, шуға шәп.  

Автор:
Читайте нас