

Бер рәхәтләнеп ял итте ата- әсәләр һәм балалар!
Айырыуса бик ҙур рәхмәт һүҙҙәрен өлгөлө ғаилә Ҡәҙерғоловтарға еткерәһе килә!
Беренсенән Ринат менән Земфира мәктәпкә шыршы бүләк итеп балаларҙы ҡыуандырһа, икенсенән Ринат Закир улы йүгереп эшенән ҡайтып, Яңы йылдың төп геройы - Ҡыш бабай булып та өлгөрҙө.
Бына шундай өлгөлө ғаиләләр бихисап ауылыбыҙҙа!
Эйе, заманалар ауыр булып китте, тегенән- бынан төрлө насар хәбәрҙәр ишетелеп кенә тора. Яңыраҡ ауылыбыҙҙа мәктәп ябыласаҡ тигәс, бик аптырап ҡалған инек.
Шулай ҙа ата- әсәләр тырышлығы, апалар ныҡышмалығы менән, мәктәп балалар тауышы менән гөрләп торасаҡ әле тигән хәбәр алғас, ата- әсәләр өсөн ҙур ҡыуаныс булды!
Район башлығы Лира Рафаил ҡыҙына рәхмәттәребеҙҙе әйтә- әйтә ҡыуанып ултырҙыҡ байрамда. Хәлгә кереп, ошо бәләкәй балаларыбыҙға йөрөп уҡыуы ныҡ ҡыйын буласағын аңлауы, ыңғай хәл итеүе, Яңы йыл алдынан һәр бер Яҡут ауылы кешеһенә ҙур ҡыуаныс булды! Ата- әсәләр исеменән битараф булып ҡалмағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм яуаплы, ауыр эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы.