Былай тип әйтеү байрам булған көн бик сыуаҡ булғанға ғына түгелдер (көн, ысынлап та, кешеләр үҙҙәре, һауанан һорап алғандай, ҡояшлы булды), тәүҙә саҡ ҡына һалҡын һымаҡ ине, аҙаҡ өшөү онотолдо, халыҡтың күңел йылыһына ҡыш та түҙмәне – сигенде.
Халыҡ был саҡлы уҡ күп булыр тип уйламаған инек, кем генә килмәгән! Оло түрәләр тураһында әйтмәйбеҙ, ябай кешеләр тураһында һүҙ йөрөтөүебеҙ, ысынында, был – уларҙың байрамы, фотоотчет өсөн үткәрелмәй торған ысын байрам. Балалар... Бына уларҙың көлгән-уйнағанын күреү юҡҡа үткәрелмәй икән был сара тигән уйҙар уятты. Атаҡлы доктор Рәжәп Юлбарисов менән һөйләшәбеҙ:
- Абзый (ул, дөрөҫөндә, беҙгә бабай, әммә әле һаман да егеттәрсә елтләтә баҫып йөрөгән кешегә бабай тип әйтергә тел әйләнмәй), былтыр районда ни бары 32 сабый тыуған, 230-ҙан артыҡ кешене ерләгәнбеҙ...
Рәжәп Рамаҙан улы заманында яҡты донъяға Морапталда ғына йөҙләп бала ҡабул итеүҙәре хаҡында һөйләй, был хәлгә ышанмайыраҡ торабыҙ.
Янда, йүгергеләп, Иҫке Мораптал ауылы старостаһы Камил Хәсәнов йөрөй. Ул кисә генә, бер машина тултырып, ҡаланан бүләктәр алып ҡайтты – ошо байрамға, алдынғы ауылдаштарына бирергә. Әмәле булғанда, барыһын күрһәтеп ҡалайым тигәндәй, беҙҙе тегеләй ҙә тарта, былай ҙа һөйрәй:
- Әйҙә, бына быны төшөргөҙ, ә хәҙер тегене...
Ихлас халыҡ морапталдар: асыҡ сырай, тәмле аш. Аш тигәндән, был йәһәттән, нисәмә йыл күҙәтәбеҙ, морапталдар алдынғылыҡты бирмәй. Нисек ҡунаҡ ҡаршыларға кәрәк тигән темаға теләһә кемгә мастер-класс күрһәтә алалар. Һәр килгәнен алдында ҡалғансы итеп һыйлай беләләр. Баяғы ҡояшлы ил һеҙ тигән һүҙҙәр сәхнәгә сығып, бүләк алғанына ғына түгел, ә ситтәрәк, ҡаҙан янынан китә алмай йөрөгәненә лә туранан-тура ҡағыла. Беҙ был апай-абзыйҙарға ҙур рәхмәт тинек. Ашығыҙ тәмле, үҙегеҙ йәмле, кисәге байрам һеҙ – аш-һыу оҫталары – булмаһа, байрам булмаҫ ине. Бәлки, ҡояш та йөҙөн күрһәтмәҫ ине.