Күптәрҙе бүләкләнеләр, бүләкһеҙ ҡалғаны булманы ла, ахры. Бар зал, илереп, ҡул сапты, ысынында, клубтамы, музейҙамы, китапханаламы эшләгән һәр беренә бөгөндән атҡаҙанған бирерлек, баһалары юғары.
Беҙ ҙә бирҙек тәғәйен кешеһенә – Венер Хәмитовҡа. Ул беҙҙең тауыш биреүҙә беренсе урынды алғайны.
- «Юшатыр» ҙа кеше аҙ эшләй, әлегә мәлдә икәү генә, әммә башты тотоп, ҡайғырып ултырырға уй юҡ, һеҙ бар. Гәзитте гәзит иткән кешеләр – мәҙәниәт хеҙмәтҡәрҙәре. Һеҙҙән гел хаттар, фотолар килеп тора, был, ысын мәғәнәһендә, маҡтауға лайыҡ. Бөгөнгө кеүек күңелегеҙ гел күтәренке булһын, өйҙә лә, эштә лә барыһы ла тигеҙ барһын. Тамашасы рәхмәте һеҙҙе мең бәләләрҙән ҡотҡарһын, - теләктәребеҙ ошолайыраҡ булды. Венер Йәғәфәр улына бүләкте биргәндә ошолай тинек (В. Хәмитовтың беҙгә эшләгән изгелектәре... күпме тапҡыр беҙгә темалар бирҙе, мәҡәләләр, репортаждар уның арҡаһында эшләне, әлеге беренсе урынды алғаны өсөн беҙ ҙә сикһеҙ шатландыҡ – барыһы ла дөрөҫ, тап ул лайыҡ ине был еңеүгә): Яңы Морапталдың халыҡ артисы тигән исемде күптән йөрөтәһең, Башҡортостандың, Рәсәйҙең халыҡ артисын, бәлки, бирмәҫтәр, әммә атҡҙанғанды бирергә тейештәр, ошо шатлыҡлы мәлде тиҙерәк күрергә яҙһын.