Байрамдар
30 Апреля , 08:41

Сағыу мәл булды

Яңы Мораптал мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара бейеү көнөнә арналған сағыу байрам үтте. Байрам сараһы Ырымбур өлкәһенән, Ермолаево, Яҡут ауылдарынан бейеүгә тоғро дуҫтарын йыйҙы.

Сағыу мәл булдыСағыу мәл булды
Сағыу мәл булды

Төрлө халыҡ, заман бейеүҙәрен балалар ҙа, ололар ҙа берҙәй етеҙ башҡарҙылар. Һәр сығышты тамашасы алҡыштарға күмеп байрам концертын тағы ла йәнләндерҙе, бейеүселәрҙе дәртләндерҙе. Ошо сараны ойоштороуға ҙур көс һалған Яңы Мораптал мәҙәниәт йорто етәксеһе Венер Йәғфәр улы Хәмитовҡа оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Байрам концерты юғары кимәлдә ойошторолоп ҡына ҡалманы, һәр ҡатнашыусы балаларға, етәкселәренә Рәхмәт хаттары менән бүләктәр тараттылар. Байрам концерты аҙағында балалар өсөн тәмле торт та фонтандар менән сығыу үҙе бер сағыу мәл булды. Матур байрам сараһын ойоштороусыларға, спонсорҙарға ҙур рәхмәттәр яуһын.
Киләсәктә лә шулай матур байрамдар үткәрергә яҙһын.
Рәмзиә ӘБЙӘЛИЛОВА, Яҡут ауылы

Автор:
Читайте нас